Муниципальное автономное учреждение «Районный Дворец культуры» муниципального района Балтачевский район Республики Башкортостан

“Йәгеҙ әле, кыҙҙар!”

8 Март көнө, Асавка ауыл мәҙәниәт йортонда, Халыҡ -ара ҡатын – ҡыҙҙар көнөнә арналған бик матур, күңелле “Йәгеҙ әле, кыҙҙар!” исемле ял кисәһе үтте. Унда ике команда: “Ромашка ” һәм “Италмас” үҙ-ара көс һынашты. Ауылыбыҙҙың дəртле, уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҡара- ҡаршы таҡмаҡтар әйтеү, йомаҡ ҡойоу буйынса ла, йыр-бейеүҙə лə һынатманы, тəмле аш-һыуға оҫталыҡтарын да күрһəтте. Командалар ярыштарға әҙерләнгән арала, тамашасыларға Флорид Фаткриев,Инсаф Муллануров, Дарья Шаисламова, Ника Валинурова һәм Эмелия Шагиахметова үҙҙәренең дәртле йыр бейеудэрен бүләк иттеләр. Ошо үткән байрамды йәмләп ҡатнашҡан ауылыбыҙҙың уңған,шаян ҡатын- ҡыҙҙарына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм ихлас күңелдән 8 март халыҡ- ара ҡатын- ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете,эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!