Муниципальное автономное учреждение «Районный Дворец культуры» муниципального района Балтачевский район Республики Башкортостан

“Ошо тупраҡтан беҙ”

22 февраль көндө Көндәшле ауыл биләмәһендә “Йырсы ауыл” район вокал ижат конкурсы сиктәрендә үткән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Мәңгелек хәтер” эстафетаһы капсулаһын тапшырыу сараһы үтте. Капсула Тошҡор ауыл биләмәһенә тапшырылды. Сара Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарҙы мәңгеләштергән таҡтаташҡа венок һалыуҙан башланып китте һәм “Ошо тупраҡтан беҙ” тип аталған концерт программаһы менән дауам итте. Сараға бик күп ҡунаҡтар саҡырылған ине. Район хаҡимиәте башлығы Субушев И.А., “Башавтотрансс” генераль директоры Сәмиев Н.С., район хакимиәтенең беренсе башлығы Исламов Р.Т. халыҡты сәләмләп байрам менән ҡотланылар. Шулай уҡ сығыштары менән Көндәшле ауыл биләмәһенән булған, ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашҡан, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда булыусы полиция хеҙмәткәрҙәре лә саҡырылған ине. Концерт һуңында “Йырсы ауыл” конкурсының штандартын Көндәшле ауыл биләмәһе башлығы Сәхипов И.Р. Тошҡор ауылы биләмәһе башлығы Б.Ф. Әғәләмовҡа тапшырҙы.