Муниципальное автономное учреждение «Районный Дворец культуры» муниципального района Балтачевский район Республики Башкортостан

Байрам гөрләп үтте

Яңы йыл тамашаһы – ул дәртле йырҙар  һәм бейеүҙәр, юмор һәм яҡтылыҡ феерияһы!

Балтас район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә «Яңы йылдың көҙгө арты» тип аталған театрлаштырылған тамаша уҙҙы. Сара башында ҡотлау һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев сығыш яһап, “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашҡан Снежана, Данил һәм Ғаяздың хыялдарын һәм теләктәрен тормошҡа ашырҙы.

Хәҙер Ғаяз йөҙөү менән шөғөлләнә аласаҡ, ул «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексы бассейнына үҙе һәм ата-әсәләре өсөн абонемент һораған, Данил самокатлы булды һәм Снежананың да хыялы тормошҡа ашты.
Байрам программаһында район Мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылары башҡарыуында
йырҙар яңғыраны, шулай уҡ музыкаль номерҙар араһында бөтә ҡунаҡтарға ла көлкөлө юмористик тамашалар күрһәтелде. Ниндәй Яңы йыл Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуһыҙ? Улар барыһын да яҡынлашып килгән Яңы 2022 йыл менән ҡотланы.

https://youtu.be/0y_RChiRXcg

https://youtu.be/q3WPQvEAfIw

https://youtu.be/pAi12hH9N0U

https://youtu.be/VewoyNd2ADQ

https://youtu.be/RxelEKBYwN4

https://youtu.be/p9n719evykM

https://youtu.be/CIPjSUCohN8